Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.82 ↓

EUR 77.38 ↑

26 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе сигендә өс күсмә сейсмик станция ҡуялар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе сигенән алыҫ түгел Көньяҡ-Урал ҡурсаулығы биләмәһендә өс күсмә сейсмик станция ҡуялар. Ҡорамал ер өҫтөнөң шыуыу күрһәткестәрен үлсәй. Станциялар бер нисә көн эшләй, тип яҙа «Известия» Рәсәй Фәндәр академияһының Геофизика институты ҡарамағында Урал төбәге мониторинг секторына һылтанып.

Шулай уҡ институт белгестәренең ер тетрәүҙең эпиүҙәгенә уның тәбиғәтен өйрәнеү өсөн йүнәлеүҙәре билдәле. Мониторинг көсәйеүгә ҡарамаҫтан, ғалимдар яңы ер һелкенеүҙе көтмәй. Уҙған тәүлек эсендә Уралда ике тапҡыр ер һелкенде, белгестәр уларҙы уртаса тип атаны. Зыян күреүселәр һәм етди емереклектәр юҡ.

5 сентябрҙә төндә Силәбе өлкәһендәге Ҡытау-Ивановскиҙа яҡынса 5,5 магнитудалы ер һелкенеү булды. Һуңынан иртән был урындан 22 саҡрым алыҫлыҡта, Урал тауҙары тирәһендә икенсе тапҡыр ер һелкенде. Уның магнитудаһы 4,4 тирәһе тәшкил итте.

Бында сейсмик әүҙемлек Урал төбәгендә 100 йылға бер тапҡыр күҙәтелә. Яңы ер һелкенеү осраҡтары көтөлмәй, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Фәндәр академияһы ҡарамағындағы үҙәктә. Унда мониторинг өсөн сейсмик станцияларҙы ғәҙәттә һәр ер һелкенеүҙән һуң ҡуялар тип билдәләнеләр.

Көньяҡ-Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы уникаль Көньяҡ-Урал тәбиғәт комплекстарын – тау-тайга шыршы-аҡ шыршы урмандарын, юғары тауҙа үҫкән үҫемлек төркөмдәрен һәм һаҙлыҡтарҙы һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1979 йылдың 1 июнендә ойошторолған.

Ҡурсаулыҡ Рәсәй Федерацияһының ике субъекты – Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһе биләмәһендә урынлашҡан. Ҡурсаулыҡтың 90 проценттан ашыу биләмәһе Белорет районында, 24,4 мең гектар майҙан Силәбе өлкәһенең Ҡытау-Ивановск районы биләмәһендә урынлашҡан. Ҡурсаулыҡтың дөйөм майҙаны 252,8 мең гектар. Ул майҙаны буйынса Башҡортостандың һәм бөтә Көньяҡ Уралдың иң ҙур ҡурсаулығы.

http://www.bashinform.ru/news/1206467-u-granitsy-bashkirii-i-chelyabinskoy-oblasti-ustanovyat-tri-mobilnye-seysmicheskie-stantsii/

Теги: ер тетрәү
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть