Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.15 ↓

EUR 77.68 ↑

25 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

«Салауат Юлаев» хоккей клубы «Локомотив»ҡа ҡаршы: 6 сентябрҙәге уйынға фараздар

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Хоккей белгестәре Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһынан һәм «Локомотив»тан матур һәм һөҙөмтәле уйын көтә. Командалар 6 сентябрҙә Континенталь хоккей лигаһы сиктәрендә яңы миҙгелдә өсөнсө матч уҙғара.

Букмекерҙар ярославлдәрҙең новосибискиҙарҙы еңеүен (5:0) айырым билдәләй. Ул «Локомотив»тың һөжүм яғынан барыһыла яҡшы булыуын аңлата. Ә бына Николай Цулыгиндың тәрбиәләнеүселәрендә оборонала проблемалар күҙәтелә: һуңғы ике матчта алты шайба үткәрелгән һәм һигеҙ шайба индерелгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, КХЛ-да 11-се миҙгелдә «юлаевсылар» овертаймда ғына еңеүгә өлгәшә.

Башҡортостан клубы өсөн яҡшы йоланы билдәләп үтергә кәрәк: Ярославлдә «Салауат Юлаев» 2009 йылдан кәмендә ике шайба индерә.

Уйын Өфө ваҡыты буйынса киске 10-сы яртыла башлана. Тура эфирҙы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм КХЛ телевидениеһы алып бара.

http://www.bashinform.ru/news/1206363-khk-salavat-yulaev-protiv-lokomotiva-prognozy-na-match-kkhl-6-sentyabrya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть