Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

Илдар Абдразаҡов «Зарядье» Мәскәү концерт залын асыуҙа ҡатнаша

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Опера йырсыһы Илдар Абдразаҡов «Зарядье» Мәскәү концерт залын тантаналы асыуҙа ҡатнаша.

Асыу хөрмәтенә 8-се һәм 9 сентябрҙә бер юлы ике гала-концерт була. Донъя опера сәхнәһе йондоҙҙары Валерий Георгиев идаралығында Мариин театрының Симфоник оркестры һәм Михаил Плетнев идаралығында Рәсәй милли оркестры менән сығыш яһай.

Ваҡиға урынынан тура эфирҙы йөҙҙән ашыу илгә Культура, Medici.tv һәм Mezzo.tv каналдары күрһәтә.

Мәскәү Кремле эргәһендә «Зарядье» паркында 2017 йылда асылған концерт залында дүрт ер өҫтө һәм ике ер аҫты ҡаты, Ҙур һәм Кесе залдары, 12 артист бүлмәһе бар. РИА Яңылыҡтар агентлығы хәбәр итеүенсә, залдарҙың киңлеге үҙгәрә ала, шуға ул төрлө форматтағы саралар уҙғарырға мөмкинлек бирә. Ҙур зал 1600 кешегә, шул иҫәптән аҙ мобиль тамашасыларға иҫәпләнгән, Кесе зал 400 кеше һыйышлы.

http://www.bashinform.ru/news/1206422-ildar-abdrazakov-primet-uchastie-v-otkrytii-moskovskogo-kontsertnogo-zala-zaryade/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть