Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

19 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республика Хөкүмәте ултырышында урман сәнәғәтен үҫтереү стратегияһын тикшерҙеләр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Кисә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе. Унда 2030 йылға тиклем Төбәктең урман сәнәғәте комплексын үҫтереү стратегияһы ҡаралды.

— Урмандар республиканың 40 проценттан ашыу биләмәһен тәшкил итеүе бөтәһенә лә яҡшы билдәле. Әммә шул уҡ ваҡытта урман сәнәғәте комплексы продукцияһының өлөшө сәнәғәт етештереү структураһында бик түбән – 1,6 процент. Ул ағас запасы һәм уны әҙерләү күләмдәре буйынса республика менән оҡшаш башҡа төбәктәр күләменән аҙыраҡ, — тине республика етәксеһе. — Йыйылған бюджет табышы күләмендә урман сәнәғәте комплексының өлөшө ярты процент йәғни 1 миллиард һумдан саҡ ҡына күберәк тәшкил итте. Тармаҡта иң ҙур һалым кереме ҡағыҙ, ҡағыҙҙан эшләнгән изделиелар етештереү һәм ағас эшкәртеү буйынса предприятиеларҙан килә. Йәғни бөтә ҡалғандарына 25 процент.

Ағас запасы буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында – дүртенсе, урман ултыртыу күләме буйынса беренсе урынды биләй. Шул уҡ ваҡытта оҙатылған тауар күләме буйынса – округта бишенсе, ә сағыштырма һөҙөмтәлелек күрһәткесе буйынса (оҙатылған продукция күләменең иҫәп ҡырҡындығына ҡарата) – 13-сө урында.

Стратегияла урман сәнәғәте комплексы продукцияһын етештереүҙе өс тапҡыр арттырыу, сәнәғәт производствоһында уның өлөшөн өс процентҡа тиклем еткереү бурысы ҡуйылған. Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, программа документы белгестәрҙең, экологик ойошмаларҙың иҫкәрмәләрен, урындағы халыҡ мәнфәғәттәрен иҫәпкә алырға тейеш.

Башҡортостан Башлығы тармаҡ етәкселегенә инвестицияларҙы әүҙем йәлеп итеү бурысы ҡуйҙы.

- Миллиардлы проекттар менән теләк белдергән инвесторҙарҙың ҡайһы берәүҙәре хеҙмәткәрҙәре өсөн эш хаҡына аҡса таба алмай. Проект инвестициялары күләме раҫланмаған. Тормош бөтөнләй икенсе өҫтөнлөктәр ҡуя, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Бер һүҙ менән әйткәндә, тармаҡ ҡатмарлы. Урман темаһына ил күләмендә лә, республика күләмендә лә нисек кенә яҡын бармайҙар. Стратегияны ҡабул итербеҙ, әммә уның бөтә этаптары үтәлеше һәм тормошҡа ашырыу өсөн шәхси яуаплылыҡты көсәйтербеҙ.
http://www.bashinform.ru/news/1206262-na-zasedanii-pravitelstva-respubliki-obsudili-strategiyu-razvitiya-lesnoy-promyshlennosti/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть