Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

Сентябрҙә Башҡортостанда юғары тәбиғи янғын хәүефе хаҡында хәбәр иттеләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы сентябрҙә Рәсәйҙең һигеҙ төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда юғары тәбиғи янғын хәүефе тураһында хәбәр итте.

«Сентябрҙә, «Антистихия» үҙәге фараздарына ярашлы, янғын хәле [ландшафт янғындары] Яҡут, Башҡортостан республикаларында, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Волгоград һәм Ростов өлкәләрендә, Краснодар крайында күп йыллыҡ уртаса күрһәткестән юғары булыуы көтөлә», — тиелгән ведомство хәбәрендә.

Рәсәйҙең башҡа биләмәһендә янғын хәле күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәр сигендә көтөлә.

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы буйынса Башҡортостан идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 6-9 сентябрҙә Мәләүез районында ғәҙәттән тыш 5 класлы янғын хәүефе көтөлә.

http://www.bashinform.ru/news/1206284-mchs-soobshchilo-o-povyshennoy-opasnosti-prirodnykh-pozharov-bashkirii-v-sentyabre/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть