Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24

EUR 78.07

23 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Иран менән хеҙмәттәшлек үҫешенә иғтибар бүлә – Рөстәм Хәмитов

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 6 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ирандың Мәҙәниәт һәм ислам бәйләнештәре буйынса ойошмаһы етәксеһе Абузар Эбрахим Торкаман менән осрашты. Башҡортостан Республикаһының һәм Иран Ислам Республикаһының мәҙәниәт, мәғариф, фән өлкәһендә эшмәкәрлек мәсьәләләре өйрәнелде.

— Беҙ Иран менән күп яҡлы хеҙмәттәшлек үҫешенә ҙур әһәмиәт бирәбеҙ. Хеҙмәттәшлектә мәҙәниәт өлкәһе айырым урын биләй, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.

Былтыр республика беренсе Рәсәй-Иран социаль-мәҙәни форумын ҡабул итте, быйыл Башҡортостанға һәм Мәскәүгә Рәсәйҙә Иран мәҙәниәте аҙналығын ҡабул итеү хөрмәте тейҙе, тип хәтергә төшөрҙө Рөстәм Хәмитов. Төбәк етәксеһе республикабыҙҙа Рәсәй-Иран форумдарын үткәреү яҡшы йолаға әүерелер тигән ышыныс белдерҙе, шулай уҡ Иранды Башҡортостанда уҙасаҡ халыҡ-ара форумдарында һәм 2020 йылда Бөтә донъя Фольклориадаһында ҡатнашырға саҡырҙы.

- Беҙҙең планда – Башҡортостандың һәм Ирандың мәҙәниәт һәм сәнғәт ойошмалары араһында үҙ-ара эшмәкәрлекте дауам итеү. Рәсәй һәм Иран төбәктәре араһында тура мәҙәни хеҙмәттәшлек нығына. Оҙаҡламай Ирандың Үҙәк провинцияһы менән килешеү төҙөйбөҙ. Был килешеү менән ике яҡлы партнерлыҡ үҫеше билдәләнәсәк, — тине Рөстәм Хәмитов.

— Башҡортостан Республикаһы һәм Иран Ислам Республикаһы араһында мәҙәни хеҙмәттәшлекте булдырыу бөтәбеҙ өсөн дә яҡшы буласаҡ. Башҡортостан Республикаһы менән байтаҡ мәҙәни берлектәребеҙ бар. Беҙҙең ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, мәҙәниәттәр бик оҡшаш, – тине Абузар Эбрахим Торкаман. – Беҙҙең ҡарашҡа, беҙ әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтерә алабыҙ. Нәҡ шуға Һеҙҙең исемгә Башҡортостан Республикаһы менән мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү, меморандум проекты йүнәлтелде. Һеҙҙән һәм федераль органдарҙан яуап көтәбеҙ. Документ әҙер булғас, беҙ уға ҡул ҡуйырбыҙ.

Килешеү, атап әйткәндә, берләштерелгән фестивалдәр, кинофестивалдәр, алмашлап Башҡортостандың һәм Ирандың мәҙәниәт көндәрен уҙғарыуҙы күҙ уңында тота, тип билдәләне Абузар Эбрахим Торкаман.

http://www.bashinform.ru/news/1206272-bashkortostan-udelyaet-vnimanie-razvitiyu-sotrudnichestva-s-iranom-rustem-khamitov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть