Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 78.07 ↓

22 сентябрь, Шәмбе

Уфа   °

Республикала ер тетрәүгә борсолоу белдергән халыҡтан 560-тан ашыу шылтыратыу булған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, /.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығына ер тетрәүгә борсолоу белдергән республика халҡынан бөгөн төндә 560-тан ашыу шылтыратыу булған. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына төбәк ведомствоһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

«01» һәм «101» телефондарына Өфөлә, Белорет һәм Салауат райондарында йәшәүселәрҙән 560-тан ашыу шылтыратыу булды. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көсө менән социаль объекттар — дауахана, белем биреү учреждениеларының бөтөнлөгө тикшерелде. Килгән хәбәрҙәр буйынса туғыҙ оператив төркөм сыҡты. Уртаса алғанда, бер төркөмгә өс компетентлы белгес тура килә, улар артабан эш итеү өсөн хәлде баһалай ала, — тип һөйләне республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хеҙмәткәре Алик Шәрәфетдинов. — Ер аҫты тетрәүе һөҙөмтәһендә электр, газ, һыу тәьминәте зыян күрмәгән. Ҡорбандар һәм зыян күргән кешеләр юҡ».

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкиле билдәләүенсә, Башҡортостан биләмәһендә артабан ер тетрәү фаразланмай.

Алдан хәбәр ителгәнсә, Өфөлә Дим, Калинин, Киров, Октябрьский, Орджоникидзе һәм Совет райондарынан ер тирбәлеүе тураһында 50-нән ашыу мөрәжәғәт теркәлгән. Тәүге хәбәр Октябрь районынан килгән.

5,6 магнитудалы ер тетрәү эпиүҙәге Өфөнән 133 саҡрымда урынлашҡан — Силәбе өлкәһендә, Ҡытау-Ивановск районы, Орловка ауылы янында. Өфөлә һуңғы тапҡыр сейсмик әүҙемлек 2015 йылдың октябрендә күҙәтелгәйне. Ул саҡта ер аҫты һелкенеүенә Пакистанда һәм Афғанстанда 7,7 амплитудалы ер тетрәүе сәбәпсе булды.

http://www.bashinform.ru/news/1206064-v-mchs-ot-vstrevozhennykh-zemletryaseniem-zhiteley-bashkirii-postupilo-bolee-560-zvonkov/      

Теги: ер тетрәү
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть