Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.82 ↓

EUR 77.38 ↑

26 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә Владимир Спиваковтың скрипкасылар конкурсы еңеүсеһе уникаль скрипка менән бүләкләнә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында Владимир Спиваковтың II халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы еңеүсеһе уникаль скрипка менән бүләкләнә. 21 сентябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залындағы гала-концертта еңеүсегә 1912 йылда итальян оҫтаһы Риккардо Антониацци яһаған уйын ҡоралы тапшырыла.

Владимир Спиваковтың I скрипкасылар конкурсы еңеүсеһе Даниэль Лозакович 19 быуат оҫтаһы Карло Джузеппе Оддоне (Турин) ҡоралына эйә булғайны.

2018 йылда 2-се һәм 3-сө премия өсөн Жюль Гранджон (Париж, 1848 йыл) һәм Игорь Улицкий (Мәскәү, 2017 йыл) яһаған ҡоралдар менән бүләкләү ҡаралған. Бүләк фондында 1000-шәр долларлыҡ ике айырым премия һәм конкурстың художество етәксеһе Владимир Спиваковтан махсус приздар ҙа бар.

Өфөлә — маэстроның тыуған ҡалаһында ике йыл элек ойошторолған скрипкасылар конкурсына әҙерлек әүҙем бара. Бәйге 17 сентябрҙә башлана һәм дүрт көн дауам итә.

Һайлап алыу турын 16-26 йәшлек 12 башҡарыусы үтте. Улар — Иссеи Курихара (Япония), Мария Дуэньяс (Испания), Федор Безносиков (Рәсәй), Степан Стариков (Рәсәй), Ким Юджин (Көньяҡ Корея), Софи Рохлин (Израиль), Азат Нурғаянов (Рәсәй), Анна Мильман (Испания), Асия Ғарипова (Рәсәй), Ольга Голомовзюк (Рәсәй), Мерили Леотоотс (Эстония) һәм Деннис Гасанов (Рәсәй).

Конкурсанттарҙың сығышын күренекле скрипкасы Михаилом Копельман етәкселегендәге халыҡ-ара жюри баһалай. Жюри составында Владимир Спиваков (Рәсәй), Борис Кушнир (Австрия), Цянь Чжоу (Сингапур), Такаси Симидзу (Япония), Сергей Догадин (Рәсәй) эшләй.

Конкурс тураһында тулыраҡ — рәсми сайтта.

http://www.bashinform.ru/news/1205953-v-ufe-pobeditelyu-konkursa-skripachey-vladimira-spivakova-podaryat-unikalnuyu-skripku/

          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть