Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

Республикала шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу башланды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу башланды, тип хәбәр итә республика Ауыл хужалығы министрлығының  матбуғат хеҙмәте.

Тәүгеләрҙән булып татлы тамыраҙыҡ йыйыуға «Башкирагроинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төштө, республикала шәкәр сөгөлдөрөнөң иң ҙур майҙаны ошо предприятиела — 13 мең гектарҙан ашыу. Уңыш йыйыу Благовар, Бүздәк һәм Шишмә райондарында алып барыла. Бөгөнгә 450 гектар майҙандан шәкәр сөгөлдөрө алынған.

Шишмә шәкәр заводында татлы тамыраҙыҡтар ҡабул итеү башланды. Әлегә 2,7 мең тонна әҙерләнгән.

Ағымдағы йылда Башҡортостан аграрийҙарына бөтәһе 46 мең гектарҙан ашыу майҙандан шәкәр сөгөлдөрөн йыйып алыу бурысы тора.

http://www.bashinform.ru/news/1205914-v-bashkirii-startovala-uborka-sakharnoy-svekly/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть