Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.15 ↓

EUR 77.68 ↑

25 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Гөлназ Ҡотоева Сеулда лидерлыҡ буйынса конференцияла Башҡортостан исеменән сығыш яһаны

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

20 августан 30-на тиклем Көньяҡ Кореяла «Заманыбыҙҙың мөһим мәсьәләләрен хәл итеү: парламентарийҙарҙың һәм дини лидерҙарҙың яуаплылығы» темаһына лидерлыҡ буйынса 32-се Халыҡ-ара конференция уҙҙы. Сара Бөтөн донъя тыныслығы федерацияһы башланғысы буйынса ойошторолған.

Ҡунаҡ сифатында яҙыусы, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы идараһы ағзаһы, Башҡортостан һәм Рәсәй Журналистар союздары ағзаһы Гөлназ Ҡотоева саҡырылғайны.

Форумда урында, милли, төбәк һәм глобаль кимәлдә осрашырға тура килгән мөһим проблемаларҙы инновацион хәл итеү юлдары ҡаралды. Климаттың үҙгәреүе, экстремистик идеологиялар таратыу, гуманитар һәләкәттәр һәм конфликттар кеүек темалар тикшерелде. Бөтөн донъя тыныслыҡ федерацияһын ойоштороусыларҙың береһе, доктор Мун Хан Хак Джа барлыҡ ҡунаҡтарҙы Бөтә донъяла Тыныслыҡ өсөн фатиха биреү тантанаһында ҡатнашырға саҡырҙы. Был көндә 4000 пар Донъя фатихаһын алды, интернетта улар 200 мең ине. Улар Ерҙә тыныслыҡ булһын өсөн мөхәббәттә һәм татыулыҡта йәшәргә ант бирҙе.

«Бөтөн донъяла тыныслыҡ кеүек мөһим бурыстарҙы хәл итеүҙе эҙләгән сарала ҡатнашыу, технологик ил менән танышыу, башҡа төбәктәрҙәге һәм илдәрҙәге коллегалар менән аралашыу журналисҡа онотолмаҫ тәьҫораттар бирә. Сеулға сәйәхәт күңелемдә юйылмаҫ эҙ ҡалдырҙы, тиҙҙән журналда ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәрем һәм уйланыуҙарым менән уртаҡлашырмын», — тине Гөлназ Ҡотоева.

http://www.bashinform.ru/news/1205939-gulnaz-kutueva-predstavila-bashkortostan-na-konferentsii-po-liderstvu-v-seule/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть