Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Йыл башынан Башҡортостан федераль бюджетҡа 4,3 миллиард һум таможня түләүе йыйған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Ғинуар-августа Башҡортостан таможняһы федераль бюджетҡа, планды 0,3 процентҡа арттырып үтәп, 4 миллиард 291 миллион һум күсергән, тип хәбәр ителә Федераль таможня хеҙмәтенең Волга буйы таможня идаралығы сайтында.

Августа 462,4 миллион һум күсерелгән, шул иҫәптән импорт өсөн – 421 миллион һум.

Республика Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренә ҡарағанда алыҫ сит илдәр менән әүҙемерәк сауҙа итә. Сит илгә күбеһенсә яғыулыҡ-энергетика тауарҙары, химия сәнәғәте продукцияһы һәм каучук, машина эшләү тауарҙары сығарыла. Күберәк машина эшләү һәм химия продукцияһы индерелә. Төбәктең тауар әйләнеше кимәле буйынса тәүге өс партнер-илдәр исемлегендә – Латвия, Белоруссия һәм Ҡытай.

http://www.bashinform.ru/news/1206018-s-nachala-goda-bashkiriya-sobrala-v-federalnyy-byudzhet-4-3-mlrd-rubley-tamozhennykh-platezhey/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть