Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.58 ↓

EUR 75.18 ↑

21 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Аҙ тәьмин ителгәндәр өсөн район гәзиттәренә яҙылыуға — 134 миллион һум

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Муниципалитеттар халыҡтың льготалы һәм аҙ тәьмин ителгән категорияларына ижтимағи-сәйәси район һәм ҡала матбуғатына яҙылыуға матди ярҙам бүлеү тураһында ҡарар ҡабул итә алыр ине, тип иҫәпләй кисә Өфөлә үткән медиафорумда ҡатнашыусылар. Йомғаҡлау резолюцияһы проектына аҙ тәьмин ителгән граждандарға баҫма киң мәғлүмәт сараларына яҙылыуға һәм интернетҡа инеүгә ярҙам механизмдарын төҙөү тәҡдиме индерелде.

«Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто иҫәпләүҙәре буйынса, республика райондарында ошо категорияға ҡараған 93 мең самаһы гражданға яҙылыу ойоштороу өсөн йылына 134 миллион һум кәрәк. Иҫәптә дәүләт ҡала, берләштерелгән һәм район ваҡытлы баҫмалары ғына иҫәпкә алынған. Проектты республика ҡаҙнаһынан финанслау күҙ уңында тотола.

http://www.bashinform.ru/news/1205709-na-mediaforume-v-ufe-predlozhili-subsidirovat-podpisku-na-smi-dlya-maloimushchikh-grazhdan/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть