Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.99 ↑

EUR 76.75 ↓

15 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

«Салауат Юлаев» овертаймда «Северсталь» командаһын еңде

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

11-се миҙгелдең икенсе матчын «Салауат Юлаев» хоккей клубы Череповецта урындағы «Северсталь» менән үткәрҙе. Тәүге осорҙа көйәрмәндәр дүрт шайбаны күрҙе. Был осрашыуҙа иҫәпте хужалар асты: Картер Эштон дүртенсе минутта уҡ Метсола ҡапҡаһына шайба индерҙе. Һуңынан уйынға «юлаевсылар» ҡушылды: Кадейкин, Майоров һәм Кугрышев айырылып торҙо.

Икенсе егерме минутлыҡта республика командаһы өҫтөнлөгөн юғалтты — 3:3.

Өфө командаһы өсөнсө ваҡыт арауығын да төшөрөп ҡалдырҙы. Был юлы хужалар араһынан Юрий Трубачев һәйбәт уйнаны. Николай Цулыгин тәрбиәләнеүселәре хәлде төҙәтергә  һәм сираттағы тапҡыр уйынды овертаймға күсерергә тырышты. Бурдасов финал сиренаһына тиклем 24 секунд ҡалғас иҫәпте тигеҙләй алды — 4:4.

Овертаймда йәнә өфөләр көслөрәк булып сыҡты. Доминик Фурх ҡапҡаһына бишенсе шайбаны Йонас Кемпайнен индерҙе.

Киләһе осрашыуҙы «Салауат Юлаев» 6 сентябрҙә Ярославлдә «Локомотив» менән уҙғара.

http://www.bashinform.ru/news/1205684-salavat-yulaev-v-overtayme-oderzhal-pobedu-nad-severstalyu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть