Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.15 ↓

EUR 77.68 ↑

25 сентябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программалары өсөн документтар ҡабул ителә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостанда 10 сентябрҙән «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программаларында ҡатнашыусыларҙан документтар ҡабул ителә башланы, ошо хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.

Беренселәре – 1-шәр миллион һум, икенселәре 500-шәр мең һум ала. Үрҙә әйтелгән программаларҙа 50 йәшкәсә, ауыл тораҡ пункттарына, эшсе ҡасабарға, ҡала тибындағы ҡасабаларға,  50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларға эшләргә күсеп килгән табиптар һәм фельдшерҙар ҡатнаша ала. Шул уҡ ваҡытта маҡсатлы килешеү буйынса үтәлмәгән бурыстар булмаҫҡа тейеш.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, алдан программа 35 йәшкә тиклемге медицина хеҙмәткәрҙәренә булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тотто, һуңынан йәш кимәле 45 йәшкәсә арттырылды.

«Ауыл табибы» программаһы Башҡортостанда 2012 йылда эшләй башланы. Был ваҡыт эсендә ауылдарға эшләргә тип 1300-ҙән ашыу төрлө һөнәр табиптары: участка терапевтары һәм педиатрҙар, стоматологтар, хирургтар, акушер-гинекологтар, анестезиолог-реаниматологтар, психиатрҙар һәм неврологтар, офтальмологтар күсте.

2016 йылда төбәктә урта звено белгестәре етмәү менән бәйле тағы бер программа эшләй башланы – «Ауыл фельдшеры». Был маҡсатҡа Башҡортостан бюджетынан ул саҡта 36 миллион һум бүленгәйне, ул эшкә 72 медицина хеҙмәткәрен йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе. Улар 500 мең һум күләмендә түләү алды. Былтыр программала тағы 48 фельдшер ҡатнашты.

Документтар Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында, 450002, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 23 адресы буйынса 35-се бүлмәлә ҡабул ителә.

http://www.bashinform.ru/news/1205927-nachinaetsya-priem-dokumentov-dlya-programm-zemskiy-doktor-i-zemskiy-feldsher-v-bashkirii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть