Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.99 ↑

EUR 76.75 ↓

15 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфө вуздарында башҡорт телендә уҡыусы журналистар өсөн бюджет урындары асылыуы мөмкин

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

4 сентябрҙә Өфөлә уҙған медиафорумдың ҡарарҙар проектына бюджет иҫәбенә киң мәғлүмәт саралары өсөн республиканың дәүләт телдәрендә журналистарҙы маҡсатлы уҡытыу тураһында пункт индерҙеләр.

Әле «Журналистика» йүнәлеше буйынса Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты бакалаврҙарҙы тик коммерция нигеҙендә әҙерләй, бюджет иҫәбенә уҡытыуға квоталар юҡ. Шул уҡ ваҡытта дәүләт киң мәғлүмәт саралары системаһында эшләүсе меңдән ашыу журналистан башҡорт телен ни бары 40 проценты белә. Тағы бер мәсьәлә – уларҙан 40-лаған кеше – пенсия һәм пенсия алды йәшендәге кешеләр. Оҙаҡламай был өлкәлә кадрҙарға ҡытлыҡ килеп тыуыуы ихтимал, тип иҫәпләй республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов.

Башланғысты тормошҡа ашырыу өсөн кәрәкле аныҡ сумма йомғаҡлау резолюцияһына инмәне, әммә һүҙ йылына яҡынса 50 уҡыусы студент тураһында барыуы мөмкин.

Бынан тыш, форумда йәмәғәтселәр пенсия алды йәшенә яҡынлашыусы кешеләрҙе уларҙы пенсияға сыҡҡанға тиклем осорҙа мәшғүллек менән йәлеп итеү өсөн факультатив рәүештә журналистикаға уҡытырға тәҡдим итте.

«Берҙәм Рәсәй» партияһы ойошторған медиафорумда милли телдәрҙә киң мәғлүмәт сараларына булышлыҡ итеүгә ҡағылышлы тағы ла бер инициатива яңғыраны, ул уларҙы өҫтәлгән хаҡҡа һалымдан азат итеүгә ҡағылды. Форумда ҡатнашыусылар был хаҡта ил хөкүмәтендә юлларға тәҡдим итте.

— Ҡағиҙә булараҡ, милли киң мәғлүмәт сараларының тираждары рус телле баҫмаларға ҡарағанда аҙыраҡ, был иҡтисади түбән мөмкинлектәр булдыра ла инде, — тине Борис Мелкоедов. – Беҙҙә 88 милли баҫманың берәүһе генә иҡтисади үҙаллы гәзит. Нәшриәт йортонда милли киң мәғлүмәт сараларының автономия коэффициенты – 44 процент, ә рус  телле баҫмаларҙың 70 процент тәшкил итә. «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто табышында милли баҫмаларҙың килеме тик 30 процент тәшкил итә.

Уҙған йылда милли телдәге баҫмалар бюджетҡа 15,3 миллион һум өҫтәлгән хаҡҡа һалым түләгән, быйыл ул 11,6 миллион булыр тип көтөлә.

— Дәүләт кимәлендә был ҙур аҡса түгел, ләкин редакция өсөн улар ярайһы уҡ ҙур һәм журналистарҙың хәлен яҡшырта алыр ине, — тип иҫәпләй Борис Мелкоедов.

4 сентябрҙә Өфөлә асыҡ мәғариф медиафорумы үтте, унда бөтә республиканан 300-ләгән журналист йыйылды. Өс һүҙ көрәштереү майҙансығы эшләне. Форумда ҡатнашыусылар алдында төбәк һәм федераль киң мәғлүмәт саралары етәкселәре, билдәле журналистар һәм блогерҙар, ҙур эҙләнеү интернет-системалары вәкилдәре, Дәүләт Йыйылышы депутаттары сығыш яһаны.

http://www.bashinform.ru/news/1205589-v-vuzakh-ufy-mogut-vvesti-byudzhetnye-mesta-dlya-obuchayushchikhsya-na-bashkirskom-yazyke-zhurnalist/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть