Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.00 ↓

EUR 78.36 ↑

20 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Сибай филармонияһы юбилей миҙгелен башҡорт драма театрында ҡаршылай

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Сибай дәүләт филармонияһының 25-се концерт миҙгелен асыу тантанаһы А. Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында уҙа.

Музыкаль коллективтар бында өсөнсө миҙгел эшләй. 2015 йылдың 4 сентябрендә янған филармония бинаһы төҙөкләндерелмәгән әле. Ул саҡта янғын ваҡытында икенсе һәм өсөнсө ҡаттар, шулай уҡ ҡыйыҡ юҡҡа сыҡты.

Капиталь ремонтты көҙ көнө үткәреү күҙаллана, тип хәбәр итте Сибай концерт-театр берләшмәһенең әҙәбиәт-реклама бүлеге етәксеһе Гөлгөнә Мулләхмәтова.

«Беҙгә 25 йәш!» тип аталған юбилей концерты 4-5 октябрҙә була. 18 октябрҙә ошо программа Өфөлә, «Башҡортостан» дәүләт концерт залында күрһәтелә. Концертта тотош ижади состав ҡатнаша.

Сибай филармонияһына 1993 йылда нигеҙ һалынған. 1998 йылда учреждениеға дәүләт филармонияһы статусы бирелгән. Ошо йылдар эсендә филармония солистары, «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, оркестр, «Тархан» фольклор-эстрада төркөмө популярлыҡ һәм тамашасылар һөйөүен яулап өлгөрҙө. 2013 йылда учреждение «Сулпан» Сибай балалар театры менән берләштерелеп, концерт-театр берләшмәһе тип үҙгәртелде.

http://www.bashinform.ru/news/1205807-yubileynyy-sezon-sibayskaya-filarmoniya-vstretit-v-zdanii-bashdramteatra-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть