Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.99 ↑

EUR 76.75 ↓

15 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

2018 йыл өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға дәғүәселәр билдәләнде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы 2018 йылға журналистика өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар буйынса комиссия, тәҡдим ителгән эштәрҙе ҡарағандан һуң, түбәндәге дәғүәселәрҙе конкурста ҡатнашыуға индерҙе:

1. Балтабаева Гүзәлиә Салауат ҡыҙы, «Башҡортостан» гәзитенең социаль проблемалар бүлеге мөдире. «Башҡортостан» гәзитендә баҫылып сыҡҡан публицистик мәҡәләләр серияһы өсөн «Башҡортостан» гәзите редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

2. Вәлитов Октябрь Кәли улы, философия фәндәре докторы, профессор. «Кызыл таң» гәзитендә баҫылып сыҡҡан публицистик мәҡәләләр һәм аналитик материалдар серияһы өсөн «Кызыл таң» гәзите редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

3. Ғәфүрова Светлана Марсиль ҡыҙы, «Истоки» гәзите хәбәрсеһе. «Истоки» гәзитендә баҫылып сыҡҡан «Терра Башкирия: неизвестное об известном» фоторепортаждар циклы өсөн «Истоки» гәзите редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

4. Зәйнетдинов Энгель Әхмәт улы, иҡтисади фәндәр кандидаты. «Ватандаш» журналында, «Республика Башкортостан» һәм «Истоки» гәзитттәрендә баҫылып сыҡҡан материалдар; «Башкирская нефть и ее первопроходцы (18-20 вв.)» (Д.И. Михайлов менән авторҙашлыҡта) китабы өсөн «Ватандаш» журналы редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

5. Зәйнуллин Рәшит Рәил улы, «Шоңҡар» журналының өлкән мөхәррире. «Шоңҡар» журналында баҫылып сыҡҡан аналитик мәҡәләләр циклы; «Йәшәү көсө» китабы өсөн «Шоңҡар» журналы редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

6. Ҡаһарманова (Хәбилова) Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы, «Киске Өфө» гәзите хәбәрсеһе. «Киске Өфө» гәзитендә баҫылып сыҡҡан публицистик мәҡәләләр серияһы өсөн «Киске Өфө» гәзите редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

7. Ҡотоева Гөлназ Мират ҡыҙы, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире.  «Яҙмышымда – «Башҡортостан ҡыҙы» әҙәби-публицистик китабы һәм «Башҡортостан ҡыҙы» журналында баҫылып сыҡҡан материалдар өсөн «Башҡортостан ҡыҙы» журналы редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

8. Низамова Рәзилә Ғәйнислам ҡыҙы, журналист, «Заман һулышы» китабы өсөн. Премияға дәғүә итеүгә китапты автор тәҡдим иткән.

9. Ырыҫҡужина Рәзилә Ишбулды ҡыҙы, Ш. А. Хоҙайбирҙин йорт-музейының ғилми хеҙмәткәре, «Башҡортостан», «Йәшлек», «Һакмар» (Баймаҡ районы) гәзиттәрендә, «Ватандаш» журналында баҫылып сыҡҡан материалдар серияһы; «Тамара Хоҙайбирҙина тураһында хәтирәләр» китабын төҙөгән өсөн. Премияға дәғүә итеүгә материалдарҙы автор тәҡдим иткән.

10. Садиҡова Оксана Фәрит ҡыҙы, «Уфимские нивы» гәзитенең баш мөхәррире. Гәзиттә баҫылып сыҡҡан публицистик материалдар серияһы өсөн «Уфимские нивы» гәзите редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

11. Сәлимов Ниязбай Булатбай улы, Башҡортостан Республикаһы Милли архивы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы директоры урынбаҫары, «Башҡортостан», «Йәшлек», «Киске Өфө», «Нур» гәзиттәрендә баҫылып сыҡҡан публицистик материалдар серияһы өсөн. Премияға дәғүә итеүгә материалдарҙы автор тәҡдим иткән.

12. Ситдиҡова Венера Фәнис ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы «Башҡортостан» ТРК ДУП-һының «Юлдаш» радиоһы комментаторы. «Башкорттар», «Рухият», «Язмыштарза — ил тарихы» тапшырыуҙары өсөн «Башҡортостан» ТРК ДУП-һының «Юлдаш» радиоһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

13. Һөйөндөкөв Хәлил Төхвәт улы, отставкалағы медицина хеҙмәте подполковнигы «Башҡортостан», «Йәшлек», «Киске Өфө» гәзиттәрендә баҫылып сыҡҡан публицистик материалдар серияһы өсөн. Премияға дәғүә итеүгә материалдарҙы автор тәҡдим иткән.

14. Толомғужин Зөфәр Ғәли улы, журналистика ветераны. «Йыртҡыс йыртҡыслығын итә» китабы өсөн «Салауат» гәзите редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

15. Ханмырҙина Лиана Айҙар ҡыҙы, «Игенсе» гәзитенең бүлек мөдире. Был гәзиттә баҫылып сыҡҡан публицистик материалдар серияһы өсөн «Игенсе» гәзите редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

16. Хәзимов Хәнис Ситдиҡ улы, хеҙмәт ветераны һәм Ғарипов Риф Адис улы, математика уҡытыусыһы. «Уразай һәм уразайлылар» китабы өсөн «Балтач таңнары» гәзите редакцияһының ижади коллективы тарафынан тәҡдим ителде.

Комиссия йәмәғәт ойошмаларын, хеҙмәт коллективтарын һәм айырым кешеләрҙе 2018 йылға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителгән эштәрҙе тикшереүҙә ҡатнашырға саҡыра.

Үҙ фекерегеҙҙе, тәҡдимегеҙҙе һәм иҫкәрмәләрегеҙҙе матбуғат биттәрендә, телевидение һәм радио программалары йәки түбәндәге адрес буйынса хат аша еткерергә мөмкин: 450076, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 10-сы ҡат, Башҡортостан Журналистар союзы. Телефон-факс: 276-42-66.

Эштәрҙе тикшереү 27 сентябргә тиклем дауам итә.  

http://www.bashinform.ru/news/1205567-nazvany-imena-soiskateley-na-zhurnalistskuyu-premiyu-imeni-shagita-khudayberdina-za-2018-god/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть