Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Республика спортсыһы «Горэш» төрөкмән көрәше буйынса «бронза» яуланы

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 5 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

4 сентябрҙә Ҡырғыҙстанда Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары сиктәрендә «Горэш» төрөкмән көрәше буйынса ярыштар үтте. 62 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында бронза миҙалды Башҡортостан спортсыһы Евгений Бикташев яуланы.

«Ярым финалда Бикташев Татарстан вәкиле менән осрашты, ныҡышмалы көрәш һөҙөмтәһендә күрше республика спортсыһы көслөрәк булып сыҡты», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Алдан Башҡортостан йыйылмаһы «Көк-бөрү» ат ярыштарының төркөм этабында сығыш яһаны. Һөҙөмтәлә республика вәкилдәре 5-8 урындар өсөн көрәшәсәк.

http://www.bashinform.ru/news/1205608-sportsmen-iz-bashkirii-zavoeval-bronzu-po-turkmenskoy-borbe-goresh/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть