Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.99 ↑

EUR 76.75 ↓

15 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Баш ҡалала мәктәп ихатаһында бер ирҙең мәйете табылған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

4 сентябрҙә Өфөнөң Совет районындағы мәктәп ихатаһында бер ирҙең мәйете табылған. Уҡыусыларға ирекһеҙҙән ошо хәлдең шаһиты булырға тура килгән. Белем биреү учреждениеһына полиция хеҙмәткәрҙәре һәм тиҙ ярҙам табиптары саҡырылған.

Билдәле булыуынса, вафат булған кеше — 66 йәшлек пенсионер. Ул ҡатыны менән урам буйлап китеп барған. Өлкән йәштәге ирҙең хәле ҡапыл насарайған – ул мәктәп урамындағы асфальтҡа ҡолаған һәм йән биргән.

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге осраҡ буйынса тәфтиш алды тикшереүе башланған. Ирҙең үлем сәбәбен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән.

http://www.bashinform.ru/news/1205536-v-ufe-na-territorii-shkoly-obnaruzhen-trup-muzhchiny/      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть