Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.84

EUR 75.80

13 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө ҡыҙы — йырсы Земфира биш йыл эсендә тәүге йырын сығарҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Өфө ҡыҙы — йырсы Земфира 4 сентябрҙә һуңғы биш йылдағы тәүге йырын тәҡдим итте, тип хәбәр итә ТАСС.

«Джозеф» йыры Иосиф Бродскийҙың «Новые стансы к Августе» һәм «Румянцевой победам» шиғырҙарынан өҙөктәргә яҙылған, тиелә «Яндекс.Музыка» сервисында.

Август айында Земфира яңы альбом яҙҙырырға теләүе тураһында әйткәйне. Ул шулай уҡ концерттарҙа сығыш яһау йәлеп итмәй тип билдәләне.

«Концертта уйнарға теләмәйем, әммә музыканы яратам», — тип белдерҙе ул.

Земфира Рамазанова — Рәсәй рок йырсыһы, музыкант һәм композитор. Уның күп кенә йырҙары, шул иҫәптән «Аривидерчи», «Искала», «Трафик», «Прогулка», «Мы разбиваемся» һәм  «Без шансов» Рәсәй музыка чарттарының тәүге баҫҡыстарын биләне.

Земфираның  «Жить в твоей голове» исемле һуңғы альбомы 2013 йылда донъя күрҙе.

http://www.bashinform.ru/news/1205458-urozhenka-ufy-pevitsa-zemfira-vypustila-pervuyu-pesnyu-za-pyat-let/

Теги: Земфира
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть