Баш ҡалала һыу инеү миҙгеле йомғаҡтары: 10 кеше батып үлгән, 98-е ҡотҡарылған

Баш ҡалала һыу инеү миҙгеле йомғаҡтары: 10 кеше батып үлгән, 98-е ҡотҡарылған Фото: Өфө хакимиәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Өфөлә һыу инеү миҙгеленә йомғаҡ яһалды. Ҡалалағы Граждандарҙы яҡлау идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл туғыҙ ял итеү урынында 10 кеше һыуға батҡан, 98-е, шул иҫәптән 40 бала ҡотҡарылған. Ҡотҡарыусылар барлыҡ рәсми пляждарҙа ике сменала дежурлыҡ итте, 13 йөҙөү сараһы, шул иҫәптән алты катер йәлеп ителде.
Граждандарҙы яҡлау идаралығында белдереүҙәренсә, кешеләрҙең һыуҙа һәләк булыуының төп сәбәбе — йыһазландырылмаған урындарҙа, шулай уҡ эскән килеш һыу инеү.
Өфөлә «Ҡояшлы», «Ҡояш яры», «Ҡашҡаҙан», «Гольфстрим» пляждары ҙур популярлыҡ менән файҙаланған.
http://www.bashinform.ru/news/1205323-itogi-kupalnogo-sezona-v-ufe-10-utonuvshikh-98-spasennykh/