Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.58 ↓

EUR 75.18 ↑

21 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Ҡайҙа күберәк түләйҙәр: республика мәшғүллек хеҙмәтенең яңы вакансиялары

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда эш хаҡы 30 мең һумдан кәм булмаған яңы вакансиялар баҫылып сыҡты.

Мәшғүллек хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, Мәсетле районында Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһына табип-педиатр талап ителә.

«Ауыл табибы» программаһында ҡатнашыу мотлаҡ. Аҡса һәм ҡуртым торлағы бирелә.

Хеҙмәт хаҡы — 32 мең һумдан ашыу.

Федоровка районында «Башҡорт ҡаҙы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте технологты эшкә ҡабул итә.

Шишмәләге «Башкир-Агроинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә бер йылдан кәм булмаған эш тәжрибәһе менән тракторсы-комбайнсы талап ителә. Айырым осраҡтарҙа матди ярҙам ҡаралған.

Хеҙмәт хаҡы — 80 мең һум.

Өфөләге «Руда булмаған материалдар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте юғары белемле һәм биш йылдан күберәк эш тәжрибәһенә эйә бухгалтер эҙләй.

Хеҙмәт хаҡы — 35 мең һум.

Өфөлә эшләү өсөн «Грация» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә тәжрибәле УЗИ табибы кәрәк. Бер үк ваҡытта бер нисә урында эшләргә мөмкин. Шәхси клиникала эшләү тәжрибәһе булһа, яҡшыраҡ.

Хеҙмәт хаҡы — 35 мең һум.

Ошо уҡ клиникаға тәжрибәле табип-ортопед талап ителә. Шәхси клиникала эшләү тәжрибәһе булырға тейеш.

Хеҙмәт хаҡы — 30 мең һумдан алып.

Өфөләге «Нефтепродуктсервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә баш бухгалтер урынбаҫары 40 меңлек хеҙмәт хаҡына иҫәп тота ала. Инвалидтар өсөн квота. Ошо вазифала 10 йылдан ашыу эш тәжрибәһе кәрәк.

Октябрьскийҙа «Петро Тул» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте өс йылдан кәм булмаған эш тәжрибәһенә эйә проект етәксеһенә айына 80 мең һум түләргә әҙер.

Ошо һәм башҡа вакансиялар тураһында тулы мәғлүмәтте бында алырға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1205288-gde-platyat-bolshe-novye-vakansii-v-bashkirii/

                      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть