Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

19 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала «Йәнле Өфө» әүҙем ҡала халҡының беренсе форумы уҙа

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфөләге күргәҙмәләр комплексында (Менделеев урамы, 158) 5-6 сентябрҙә «Йәнле Өфө» әүҙем ҡала халҡының беренсе форумы уҙа. Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, 300-ҙән ашыу кешенең, шулай уҡ Мәскәүҙән, Ижевскиҙан һәм Һамарҙан «Йәнле ҡалалар» милли башланғыс эксперттарының ҡатнашыуы көтөлә.

Форумдың программаһы:

— саҡырылған спикерҙарҙың «Экосистема булараҡ ҡала», «Ҡаланы йәнләндереүҙең 5 аҙымы», «Йәнле ҡала мөхите», «Тарихи мираҫ менән нисек идара итергә», «Футуро Урбанизм», «Берлектә идара итеү һәм ҡалаға хоҡуҡ» оҫталыҡ дәрестәре;

— «Ҡала экологияһы», «Ҡала мөхите», «Ҡала әүҙемлеге һәм йәлеп итеү», «Тарихи мираҫ», «Мәҙәни үҫеш», «Муниципаль-йәмәғәтселек партнерлығы» дискуссия майҙансыҡтары;

— «Йәнлелек өсөн!» пленэры, проект лабораториялары, проекттар йәрминкәһе, «Йәнле Өфө» хартияһы проектын йыйыу, матбуғат фуршеты.

«Йәнле Өфө» — ошо уҡ исемдәге әүҙем ҡала халҡы берекмәһе ҡабул иткән Өфөнө комплекслы үҫтереү буйынса йәмәғәтселек башланғысы ул. XXI  быуатта Рәсәй ҡалаларын үҫтереүҙең яңы кәүҙәләнешен булдырыуға һәм уны тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән «Йәнле ҡалалар» милли башланғысына инә, — тип хәбәр итте ойоштороусылар. — Форумдың маҡсаты — артабанғы диалог һәм һөҙөмтәле үҙ-ара эш итеү өсөн әүҙем ҡала халҡын, йәмәғәт ойошмалары, власть, бизнес вәкилдәрен бер киңлеккә берләштереү».

Теләге булғандар форумға һылтанма буйынса теркәлә ала. Сара тураһында тулыраҡ мәғлүмәт һәм уның программаһы менән «Бәйләнештә»ге «Йәнле Өфө» төркөмөндә танышырға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1205263-v-stolitse-bashkirii-proydet-pervyy-forum-aktivnykh-gorozhan-zhivaya-ufa-/

Теги: форум
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть