Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

19 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

«Арғымаҡ» Ҡырғыҙстанда «Күсмә халыҡтар донъяһы»нда Башҡортостан исеменән сығыш яһай

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Ҡырғыҙ Республикаһында III Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары бара. Бер үк ваҡытта Бишкәктә «Күсмә халыҡтар донъяһы» халыҡ-ара этномәҙәни фестиваль асыла. Төп саралар «Кырчын» этноҡаласығында ойошторола.

Сарала Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы коллективтары сығыш яһай. Улар иҫәбендә — «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө. Башҡорт артистары милли мәҙәни программа тәҡдим итә һәм этнофестивалдә «этнохит» номинацияһында (фольклор һәм эстрада) ҡатнаша.

«Этнохит» сараһына фольклор-этнографик ансамблдәр, инструменталь музыка һәм халыҡ йырын башҡарыусылар, шулай уҡ эстрада йырсылары (ижади делегациянан) саҡырылған. «Этнохит» илдең тарихын, мәҙәниәтен һәм халҡының көнкүрешен сағылдырған халыҡ инструменталь музыкаһын, халыҡ һәм эстрада йырын башҡарыуҙы күҙ уңында тота.

Күсмә халыҡтар уйындары ҡунаҡтары һәм Ҡырғыҙстанда йәшәүселәр Башҡортостандың Милли музейы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторған этномәҙәни күргәҙмә менән танышты.

«Күсмә халыҡтар донъяһы» халыҡ-ара этнофестивале 4-7 сентябрҙә (Кырчын, «Номад» амфитеатры, Бостери ауылы) уҙа.

http://www.bashinform.ru/news/1205156-argymak-predstavit-bashkortostan-na-vselennoy-kochevnikov-v-kirgizii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть