Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.00 ↑

EUR 75.32 ↓

20 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

«Салауат Юлаев» хоккей клубы «Северсталь» командаһында ҡунаҡта: КХЛ матчына фараз

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Бөгөн, 4 сентябрҙә, Череповец ҡалаһының Боҙ һарайында урындағы «Северсталь» Өфөнөң «Салауат Юлаев» командаһын ҡабул итә.

Ике команда ла Континенталь хоккей лигаһының 11-се миҙгелендә еңеүҙән башланы: майҙан хужалары «Себер»ҙе еңде (төп ваҡытта 3:2), «юлаевсылар» ҡунаҡта Мәскәүҙең «Динамо»һына ал бирмәне (3:2). Шулай итеп, дәғүәселәр икешәр мәрәй йыйҙы.

«Северсталь» һәм «Салауат Юлаев» үҙ-ара 21 осрашыу үткәрҙе: череповецтар иҫәбендә еңеү күберәк — 11.

Эксперттар бөгөн уйын төп ваҡытта бер кемдең дә еңмәүе менән тамамланыр тип ышана.

«Северсталь» (Череповец) — «Салауат Юлаев» (Өфө) уйыны Өфө ваҡыты буйынса киске 10-сы яртыла башлана. Тура трансляция — КХЛ ТВ һәм БЮТ телеканалдарында.

http://www.bashinform.ru/news/1205136-khk-salavat-yulaev-gostit-u-severstali-prognozy-na-match-kkhl/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть