Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.58 ↓

EUR 75.18 ↑

21 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Сулпан Хаматова «Зөләйха күҙҙәрен аса» фильмынан тәүге фотоларҙы һалды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Актриса Сулпан Хаматова һәм яҙыусы Гүзәл Яхина «Зөләйха күҙҙәрен аса» фильмынан тәүге фотоларҙы һалды.

Фотола Сулпан Хаматова – Зөләйха һәм Сергей Маковецкий профессор Лейбе ролендә һынландырылған.

Гүзәл Яхинаның бер үк исемле романы буйынса сериалды Татарстанда төшөрә башланылар. Кама йылғаһы ярында Сәмреғош ауылы төҙөлгән, күбеһенсә фильмды Лайыш районында төшөрөләр, тип хәбәр итә «Татар-информ».

«Кино ваҡыты» Ҡазан форумы етәксеһе Альбина Нафигова һүҙҙәренсә, Ҡазан университеты фильм майҙансыҡтарының береһе буласаҡ, Ҡазан Кремле биләмәһен дә йәлеп итеү күҙаллана.

Фильмдың режиссеры – Егор Анашкин. Евгений Морозов (Игнатов), Рәмил Сабитов (Мортаза), Роза Хәйруллина (Упыриха), Елена Шевченко (Изабелла), Александр Сирин (Константин Арнольдович), Александр Баширов (Горелов), Юлиә Пересильд (Настасья), Роман Мадянов (Зиновий Кузнец), Дмитрий Куличков (Иконников) фильмда төшәләр.

Рәсәй бестселлерын тәүгә фильм итеп төшөрәләр. Гүзәл Яхинаның китабы буйынса тәүге спектакль Өфөлә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында ҡуйылды. Автор Айрат Абушахмановтың постановкаһын ҡараны һәм уны юғары баһаланы.

http://www.bashinform.ru/news/1205202-chulpan-khamatova-vylozhila-pervye-foto-so-semok-filma-zuleykha-otkryvaet-glaza/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть