Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.00 ↓

EUR 78.36 ↑

20 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

«Башҡортостан 100» вики-марафонының һуңғы этабы башланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

1 сентябрҙә Башҡорт Википедияһында Википедия мәҡәләләрен яҙыу буйынса «Башҡортостан 100» вики-марафонының бишенсе, һуңғы этабы башланды. Вики-марафон Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы сиктәрендә башҡорт бүлеген үҫтереү һәм республика тураһында мәғлүмәтте популяр интернет энциклопедияһы аша донъя мәғлүмәт киңлегендә танытыу маҡсатында уҙғарыла.

«100 көн дауам итәсәк конкурстың һуңғы этабында төрлө тел бүлегенән теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Был юлы, алдағы этаптарҙағы кеүек, Qolcomaq азербайжан бүлеге мөдире беренсе булып эш башланы һәм Шаран районының Аҡбарыҫ ауылы тураһында мәҡәлә яҙҙы. Ул туған телендә Башҡортостандың тораҡ пункттары тураһында мәҡәләләр яҙыуын дауам итә. Тәүге өс көн эсендә башҡорт телендә 30 мәҡәлә яҙылған һәм яҡшыртылған, ә рус телендә «Башҡорттарҙың хәрби тарихы» энциклопедияһы хаҡында мәҡәлә барлыҡҡа килгән. Алдағы дүрт этапта марафонға 3730 мәҡәлә, уларҙың 2611-е өсөнсө һәм дүртенсе этаптарҙа ҡабул ителгән, әгәр тупланған тиҙлекте бишенсе этапта кәметмәгәндә, 5000 мәҡәләгә етергә мөмкин», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Башҡорт Википедияһы хакимы Рөстәм Нурыев.

http://www.bashinform.ru/news/1205176-startoval-posledniy-etap-viki-marafona-bashkortostan-100/

Теги: википедия
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть