Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Әкиәт геройҙары менән Театр төнө Өфөләге Ҡурсаҡ театрында уҙасаҡ

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Театр төнөн уҙғарырға әҙерләнә. Акция бында 12 сентябрҙә киске сәғәт 6-ла башлана.

Театрҙың Әҙәбиәт бүлеге мөдире Диана Гәрәева-Рәхмәтуллина хәбәр итеүенсә, быйыл Ҡурсаҡ театры ғәҙәттәгесә тамашасылары өсөн ҙур ҡыҙыҡлы программа әҙерләгән. Балалар тупһанан уҡ әкиәт донъяһына сумасаҡ: ингән ерҙә уларҙы яратҡан әкиәт геройҙары ҡаршы аласаҡ.

Фойела ҡурсаҡтар күргәҙмәһе урынлашасаҡ, унда уҙған быуаттың 30-сы йылдарында эшләнгән ҡурсаҡтарҙан беҙҙең көндәрҙә эшләнгән заманса театр постановкаларындағы ҡурсаҡтарға тиклем театр ҡурсағының бөтә тарихын күҙәтергә мөмкин буласаҡ.

Киске сәғәт 6-ла – «Ҡыҙ һәм килмешәк», 9-ҙа өлкәнерәк балалар өсөн «Нильстың сәйәхәт йылъяҙмаһы» спектакле тәҡдим ителәсәк.

Театр төнөнә 4 сентябрҙән ҡурсаҡ театры кассаһында таратылған бушлай билеттар буйынса инергә мөмкин.

Белешмәләр өсөн телефон: (347) 284-36-03. Сайт: http://teatrkukol-ufa.ru

http://www.bashinform.ru/news/1204948-teatralnaya-noch-so-skazochnymi-geroyami-proydet-v-ufimskom-teatre-kukol/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть