Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов республиканың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина менән осрашты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Кисә республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина менән осрашты. Осрашыу барышында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙы ойоштороу, был процеста Йәмәғәт палатаһының ҡатнашыу мәсьәләләре тикшерелде.

Ольга Панчихина палатаның бишенсе составы икенсе йыл эшләгәнен билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, һуңғы ваҡытта федераль ҡануниәттә төбәк йәмәғәт палаталарының вәкәләттәре менән бәйле байтаҡ үҙгәрештәр булды. Атап әйткәндә, декабрҙә Рәсәй Президентын һайлауҙа йәмәғәт күҙәтеүселәренең ҡатнашыуы тураһында закон үҙ көсөнә  инде, июндә – Дәүләт Думаһына депутаттар һайлау буйынса оҡшаш документ, ә июлдә республика һәм урындағы тәғәйенләнештәге һайлауҙарға йәмәғәт күҙәтеүселәрен тәғәйенләү буйынса закон ҡабул ителде.

— Беҙҙең палата йәмәғәт контроле һәм күҙәтеү системаһын төҙөй. 9  сентябрҙә йәмәғәт матбуғат үҙәген ойошторабыҙ. Ә бөгөн ҡыҙыу элемтә асыҡ. Уның һандары бик уңайлы: 8(800)347-2-102, – тип хәбәр итте Ольга Панчихина. – Беҙ юристарҙы, башҡа белгестәрҙе –  граждандарыбыҙҙың һайлау процесы буйынса һорауҙарына яуап бирә алған кешеләрҙе йәлеп иттек. Call-үҙәк көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй. Килгән бөтә һорауҙар ҙа даими һорауҙар барлығын аңлау өсөн өйрәнеләсәк һәм проблемалы осраҡтар килеп сыҡҡанда уларҙы шунда уҡ көйләргә ярҙам итәсәк.

9 сентябрҙә, һайлау көнөндә шылтыратыуҙар тәүлек әйләнәһенә ҡабул ителәсәк, тип айырып әйтте Ольга Панчихина. Ҡыҙыу элемтәгә республиканың теләһе ҡайһы нөктәһенән шылтыратырға мөмкин була. Шылтыратыуҙар, шул иҫәптән мобиль телефондарҙан, бушлай.

- Һеҙгә булышлыҡ итәһем һәм һайлауҙарҙы ғәҙел, таҙа, асыҡ итеп уҙғарыу беҙҙең өсөн мөһим булыуын әйтеп үтәһем килә. Һайлау тематикаһы тирәләй ғәҙәттә төрлө уйҙырмалар, имеш-мимештәр күп. Ҡайһы берҙә былар барыһы ла ышанмаусанлыҡҡа әйләнә. Әммә беҙҙең бурыс берәү – бер нимәгә ҡарамаҫтан, һайлауҙарҙы ғәҙел һәм таҙа итеп эшләү, — тине Рөстәм Хәмитов. — Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау ваҡытында һәйбәт эшләгәнегеҙҙе, йәмәғәт күҙәтеүселәре булараҡ ҡатнаша алыуығыҙҙы беләм. Хәҙер Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙар. Һис шикһеҙ, бында ла һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк. Шулай булыр ҙа тип ышанам. Был дөрөҫ эш.

http://www.bashinform.ru/news/1205051-rustem-khamitov-vstretilsya-s-predsedatelem-obshchestvennoy-palaty-respubliki-olgoy-panchikhinoy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть