Баш ҡалала иң ҙур фатир 29 миллион һум тора

Баш ҡалала иң ҙур фатир 29 миллион һум тора Фото: Depositphotos.com
ӨФӨ, 2018 йыл, 4 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.
«Фатирҙар донъяһы» федераль порталының белгестәре төҙөгән иң иркен фатирҙар рейтингына Өфөләге объект ингән.
Иғландар базаһынан фатир Софья Перовская урамында урынлашҡан. 593 квадрат метрҙы 29 миллион һумға тәҡдим итәләр. Ул 16-сы һәм 17-се ҡаттарҙа 9 бүлмә. Рәсәйҙә иң ҙур фатирҙарҙың «тәүге унауында» беренсе урынды Сочиҙа 1200 квадрат метр ҙурлыҡтағы, 100 миллион һумлыҡ өс кимәлле ҙур һарай биләгән. Унан һуң Мәскәүҙәге, Новосибирскиҙағы, Санкт-Петербургтағы, Краснодарҙағы күсемһеҙ милек объекттары килә.
http://www.bashinform.ru/news/1205079-v-ufe-samaya-bolshaya-kvartira-stoit-29-mln-rubley-/

