Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.00 ↓

EUR 78.36 ↑

20 сентябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә башҡорт шағиры Яҡуп Ҡолмойҙоң 100 йыллығына уның Һайланма әҫәрҙәре нәшер ителде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә башҡорт шағиры Яҡуп Ҡолмойҙоң 100 йыллығына уның Һайланма әҫәрҙәре донъя күрҙе. Төҙөүсеһе — Миләүшә Ҡолмөхәмәтова.

Китап республика Хөкүмәте булышлығында З.Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә баҫылып сыҡты. Баҫмала авторҙың шиғырҙары, сонеттары, поэмалары тупланған. Шағир халыҡ рухының көсөнә, Тыуған иленә, тыуған төйәгенә дан йырлай, йәшәлгән ғүмер, мөхәббәт, мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында уйлана.

Танылған композиторҙар Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Халиҡ Заимов, Рим Хәсәнов, Тәлғәт Шәрипов Яҡуп Ҡолмойҙоң шиғырҙарына 150-нән ашыу йыр яҙған. Йыйынтыҡҡа популяр йырҙарға әүерелгән шиғырҙар ҙа ингән.

Китапты нәшриәттең фирма магазинында һатып алырға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1204824-v-ufe-k-100-letiyu-bashkirskogo-poeta-yakupa-kulmyya-izdany-ego-izbrannye-proizvedeniya/                          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть