Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.58 ↓

EUR 75.18 ↑

21 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостан аграрийҙары 2 миллион тоннанан ашыу ашлыҡ йыйған

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда игендең уңышы 2 миллион тоннанан ашҡан, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығынан.

«Бөгөнгә төбәктә бер миллион гектарҙан ашыу иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар һуғылған. Был – бөтә майҙандың 60 проценты», — тип белдерҙе аграр ведомствоның матбуғат секретары Алмаз Ғәлимов.

Һәр гектарҙан уртаса уңыш 19,4 центнер тәшкил итә. Кисә ашлыҡты тулайым һуғыу буйынса «йөҙ меңлек» райондар исемлеген Илеш районы тулыландырҙы. Бынан алда Стәрлетамаҡ һәм Саҡмағош райондары аграрийҙары ошо сикте үткәйне.

http://www.bashinform.ru/news/1204919-agrarii-bashkirii-sobrali-bole-2-mln-tonn-zerna/            

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть