Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

19 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында яҡташтарыбыҙ тажик билбау көрәшендә миҙалдар яуланы

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

2 сентябрҙә бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары барышында Башҡортостан вәкилдәре тәүге миҙалдар яуланы. Гуштини милли камарбанди көрәшендә (тажик милли билбау көрәше) Артур Зөлҡәрнәев 80 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында алтын миҙал алды, ә Рәзил Шабиев 68 килограмға тиклемге категорияла почет пьедесталының өсөнсө баҫҡысына күтәрелде.

Йәкшәмбе «Көк-бөрү» йәрәбәһе лә уҙҙы. Командалар дүрт төркөмгә бүленде (һәр береһендә өсөшәр). Башҡортостан спортсылары Франция һәм Үзбәкстан вәкилдәре менән көс һынаша, тип хәбәр иттеләр республика Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡырғыҙстанға бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарына Башҡортостандан 36 спортсы юлланды. Ярыштар 8 сентябргә ҡәҙәр дауам итә, унда 66 илдән һәм Рәсәйҙең 11 субъектынан 1 556 спортсы ҡатнаша.

http://www.bashinform.ru/news/1204736-na-vsemirnykh-igrakh-kochevnikov-sportsmeny-iz-bashkirii-zavoevali-zoloto-i-bronzu-v-tadzhikskoy-nats/          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть