Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.68 ↑

EUR 76.07 ↑

14 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

«Тамыр» телеканалының ике эше «МедиаБренд» конкурсы исемлегенә инде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Тамыр» телеканалының ике эше «МедиаБренд» конкурсы исемлегенә инде.

150 телевизион индустрия белгесенән торған VI МедиаБренд конкурсы жюрийы үҙ эшен тамамланы. Жюри 579 эште ҡараны. Онлайн-тауыш биреү йомғаҡтары буйынса конкурс исемлеге төҙөлдө.

Финалсылар эштәрен инглиз телендәге титрҙар менән биҙәүгә тотонған, сөнки еңеүселәрҙе билдәләгән эксперт жюрийына сит ил медиа-белгестәре лә инә.

Финалсылар иҫәбендә —  «Тамыр» телеканалының ике эше. «Бирешмә!» үҫмерҙәр өсөн беренсе башҡорт сериалының видеороликтары «Төбәк телевидениеһының иң яҡшы проморолигы» номинацияһында иң көслөләр иҫәбенә инде. Ә «Йәй» роликтары «Иң яҡшы оператор эше» номинацияһында финалға үтте.

Башҡортса роликтар инглиз телендәге титрҙар менән бирелгән.

«МедиаБренд» промоушен һәм электрон медиа дизайны конкурсы финалына эләгеү — һәр телевизион команда өсөн юғары баһа, — ти «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. — Бер юлы ике номинацияла иң көслөләр иҫәбенә инербеҙ тип көтмәгәйнек. Ошо эште башҡарып сыҡҡан егет-ҡыҙҙар, ысынлап та, үҙ эшенең оҫталары».

«Йәй» роликтарын — оператор Руслан Бикбаев, режиссер Адель Һөнәрғолова һәм мөхәррир Татьяна Никитина, «Бирешмә!» сериалы роликтарын — режиссер Гөлсәсәк Игебаева, монтаж режиссеры Дамир Сәлимов һәм продюсер Гөлшат Ғәлиуллина эшләгән.

Бүләкләү тантанаһы һәм брендинг, промоушен һәм электрон киң мәғлүмәт сараларында дизайн мәсьәләләренә  арналған конференция 12 сентябрҙә Мәскәүҙә уҙа.

http://www.bashinform.ru/news/1204821-dve-raboty-telekanala-tamyr-voshli-v-short-list-konkursa-mediabrend/            

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть