Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 67.99 ↑

EUR 76.75 ↓

15 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә байдаркала һәм каноэла ишеү буйынса яңы спорт базаһы төҙөлә

Спорт

ӨФӨ, 2018 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфөлә байдаркала һәм каноэла ишеү буйынса яңы спорт базаһы төҙөлә. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса ошондай ҡарар ҡабул ителде. Был турала Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов хәбәр итте.

– Иҫке база талаптарға тап килмәһә лә, унда спортсылар, Олимпия уйындарында һәм донъя чемпионаттарында ҡатнашыусылар әҙерләү дауам ителде, – тип билдәләне Рөстәм Мәрҙәнов.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры һүҙҙәренсә, яңы спорт базаһы иҫке Ағиҙел күпере янында төҙөлә. Ул юғары кимәлдәге спортсылар әҙерләүгә һәм балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе эшенә тулыһынса тап килергә тейеш.

http://www.bashinform.ru/news/1204745-v-ufe-postroyat-novuyu-sportivnuyu-bazu-po-greble-na-baydarkakh-i-kanoe/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть