Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 78.07 ↓

22 сентябрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә «әсәйҙәр» вакансиялары йәрминкәһе була

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

6 сентябрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында  йәштәр һәм бәләкәй балалары булған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн һөнәрҙәр йәрминкәһе ойошторола.

«Башинформ» агентлығына Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, тәҡдим ителгән вакансиялар араһында — администратор, балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, йыйыштырыусы, диспетчер, инженер, кондуктор, консультант, курьер, менеджер, шәфҡәт туташы, кесе тәрбиәсе,официант, ашнаҡсы, һатыусы һәм башҡа һөнәрҙәр.

Йәрминкәгә килгәндәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтелә, шул иҫәптән хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, психолог кәңәше, компьютер диагностикаһы һәм һөнәри йүнәлеш буйынса консультация бирелә.

Бөтә хеҙмәттәр ҙә бушлай.

Йәрминкәне үткәреү урыны һәм ваҡыты — Ибраһимов бульвары, 47/1, иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем.

http://www.bashinform.ru/news/1204688-v-ufe-sostoitsya-yarmarka-maminykh-vakansiy/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть