Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда «Һайлау-2018» колл-үҙәк эшләй башланы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы «Граждандар контроле» ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе менән берлектә һайлауҙы күҙәтеү буйынса колл-үҙәктең «Ҡыҙыу бәйләнеш» эшен ойошторҙо.

Колл-үҙәк эше бөгөн, 3 сентябрҙә башланды һәм 8 сентябргә тиклем дауам итә. Белгестәр иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй.

9-10 сентябрҙә колл-үҙәк телефоны күп каналлы режимға күсерелә һәм тәүлек әйләнәһенә эшләй. «Ҡыҙыу бәйләнеш» телефоны: 8-800-347-2-102.

Колл-үҙәк хеҙмәткәрҙәре консультациялар бирә һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтә.

«Колл-үҙәк Рәсәй Президентын һайлауҙа үҙенең әһәмиәтле булыуын күрһәтте, 2018 йылдың мартында граждандарҙан 200-гә яҡын мөрәжәғәт килде, — тип һөйләне Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина. — Башлыса һайлау участкаларының урынлашҡан урыны аныҡланды, халыҡты йәшәгән урындан ситтә тауыш биреү һәм башҡа мәғлүмәттәр ҡыҙыҡһындырҙы».

Һайлау барышы тураһында мәғлүмәтте эшкәртеү өсөн nabludatel2018@mail.ru электрон почтаһы буйынса ла мәғлүмәт алыу күҙ уңында тотола.

http://www.bashinform.ru/news/1204648-v-bashkirii-nachal-rabotu-koll-tsentr-vybory-2018/      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть