Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.84

EUR 75.80

13 ноябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала ғаиләгә булышлыҡ итеүҙең яңы саралары июлдә тыуымға этәргес бирҙе

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 3 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Статистика июлдә Башҡортостанда тыуымдың артыуын теркәгән. Йыл башынан ай һайын республикала уртаса 3800-4000 бала тыуған. Июлдә 4400 сабый донъяға килгән.

«Бәлки, был тыуымды арттырыуға йүнәлтелгән саралар һөҙөмтәһелер. Бәлки, улар әле үк һөҙөмтә бирә башлағандыр, — тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов дүшәмбе оператив кәңәшмәлә. — Был — федераль кимәлдә ҡабул ителгән саралар һәм Башҡортостан Башлығы указы буйынса тәүге бала тыуғас түләнгән 300 мең  һум».

Ошо ярҙамды алырға мөрәжәғәт иткәндәр һаны көтөлгәндән күберәк булып сыҡҡан, ошо маҡсатҡа бюджет аҡсаһы арттырылған. «Уҙған аҙнала тейешле ярҙам күрһәтеү өсөн өҫтәмә рәүештә 690 миллион һум бүлеү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Ошо сумманы билдәләгәндә иҫәпкә алынмағандар һаны 1700-гә етте», — тип хәбәр итте Рөстәм Мәрҙәнов, «күрһәткесте анализларға кәрәк» тип билдәләп.

http://www.bashinform.ru/news/1204640-v-bashkirii-novye-mery-podderzhki-semi-dali-vsplesk-rozhdaemosti-v-iyule/      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть