Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.34 ↑

EUR 71.05 ↓

17 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә Ибраһим Ғиззәтуллиндың 100 йыллығына уның «Үлгәндән һуң утыҙ йыл» китабы донъя күрҙе

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 30 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Ибраһим Ғиззәтуллиндың  «Үлгәндән һуң утыҙ йыл» китабы донъя күрҙе.

Китап башҡорт яҙыусыһының 100 йыллығына З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә Башҡортостан Хөкүмәте булышлығында баҫылып сыҡты.

Яҙыусы автобиографик повесында үҙ яҙмышы миҫалында тарихтағы фажиғәле ваҡиғалар хаҡында бәйән итә. Китапҡа «Тәүге тапҡыр» хикәйәһе лә ингән.

Йыйынтыҡ Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың инеш һүҙе менән асыла. «Үлемһеҙлек» мәҡәләһендә яҙыусы китап уҡыусыларға авторҙың повесть өҫтөндә нисек эшләүе тураһында яҙа.

Китапты нәшриәттең фирма магазиндарында һатып алырға мөмкин.

Ибраһим Ғиззәтуллин (1918-1992) — танылған башҡорт прозаигы, фронтовик яҙыусы, Ғ. Сәләм исемендәге республика премияһы лауреаты. Уның прозаһына лиризм һәм ихласлыҡ, тормошто яратыу, тәрән психологизм хас.

http://www.bashinform.ru/news/1203724-v-ufe-k-100-letiyu-ibragima-gizzatullina-uvidela-svet-ego-kniga-cherez-tridtsat-let-posle-smerti/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть