Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86 ↑

EUR 70.79 ↓

20 июль, Шәмбе

Уфа   °

Башҡорт сатиригы Марсель Сәлимовтың Греция буйлап әҙәби турҙары уңышлы тамамланды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 27 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡорт яҙыусы-сатиригы, шағир һәм журналист Марсель Сәлимовтың (Мар. Сәлим) Греция буйлап әҙәби турҙары тамамланды. Һуңғы биш йылда ул йыл һайын «цивилизация бишеге» тип иҫәпләнгән эллиндар иленә сәйәхәт ҡылды.

Ошо ваҡыт эсендә яҙыусы Халкидики ярымутрауында, Родос, Тинос, Миконос, Крит утрауҙарында, Афина, Салоники, Ираклион һәм башҡа ҡалаларҙы булды, тарихи-мәҙәни объекттар менән танышты, әҙәби сараларҙа һәм яҙыусыларҙың халыҡ-ара форумдарында ҡатнашты, китап уҡыусылар менән ижади осрашыуҙар үткәрҙе.

Сатирик Олимпия тауҙарына күтәрелде һәм унда Зевс менән «һөйләште», ул ошо хаҡта «Аллалар менән һөйләшеү» тигән киҫкен публицистик шиғырында яҙҙы ла инде. Ул грек теленә тәржемә ителеп, Грецияла баҫылып сыҡты. Ошо уҡ шиғыр сатириктың Ҡырымда донъя күргән яңы китабына исем бирҙе.

Грециянан ҡайтҡас, Марсель Сәлимовты Мәскәүҙә Интернациональ яҙыусылар союзы баҫтырып сығарған «Эллада» рус-грек йыйынтығының автор данаһы көтә ине. Унда башҡорт шағирының рус һәм грек телдәрендәге шиғырҙары баҫылған.

«Был йыйынтыҡта беҙ донъяның барлыҡ мөйөштәренән рус телле авторҙарҙы йыйҙыҡ һәм русса һөйләшкән кешеләрҙән тыш, сит ил уҡыусылары ла бөйөк рус теле менән һоҡланһын өсөн уларҙың әҫәрҙәрен грек теленә тәржемә иттек», — тип яҙҙы баш мөхәррир-төҙөүсе Юлия Ковалевская китапҡа инеш һүҙҙә.

«Биш йыл элек Элладаның төньяғында грек аллаларын данлауҙан башланған әҙәби сәйәхәтем көньяҡта Крит утрауында уңышлы тамамланды, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Марсель Сәлимов Өфөгә ҡайтҡас. — Греция менән халыҡтарыбыҙ тарихында ла, мәҙәниәтендә лә уртаҡлыҡтар күп, донъяға ҡарашыбыҙ бер төрлө. Гректар — эскерһеҙ, изге күңелле, эш һөйөүсән һәм бик талантлы кешеләр. Улар барлыҡ әҙәби формаларҙы һәм жанрҙарҙы тиерлек барлыҡҡа килтергән. Юҡҡа ғына Тиноста яҙыусыларҙың халыҡ-ара форумында үҙ сығышымды «Бөйөк рус яҙыусылары «Геродот еҫе аңҡыған» башҡорттарҙа ҡунаҡта» тип атаманым.

http://www.bashinform.ru/news/1201742-uspeshno-zavershilis-literaturnye-tury-po-gretsii-bashkirskogo-satirika-marselya-salimova-/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть