Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.58 ↓

EUR 75.18 ↑

21 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Үҙәк банк Башҡортостандың 100 йыллығына иҫтәлекле аҡсалар сығарырға әҙерләнә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 20 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Рәсәйҙең Үҙәк банкы «Республика ойошторолоуға 100 йыл тулыу уңайынан» 3 һәм 50 һумлыҡ иҫтәлекле аҡсалар сығарырға йыйына. Был 2019 йылға билдәләнгән.

Өс һумлыҡ тимер аҡса 925-се келәймәле көмөштән һуғыла. Өс мең данала әйләнешкә индереү күҙаллана.

Илле һумлыҡ тәңкәләрҙе бер мең данала 999-сы келәймәле алтындан эшләйҙәр.

Бынан алда Башҡортостандың юбилейына махсус маркалар, конверттар һәм открыткалар сығарыу хаҡында хәбәр ителгәйне.

Әлеге көндә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса төбәктә 100 йыллыҡты байрам итеүгә әҙерлек барышында 100-ҙән ашыу социаль объект: дауаханалар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, спорт комплекстары һәм башҡа биналар төҙөлә.

http://www.bashinform.ru/news/1199103-tsentrobank-gotovit-k-vypusku-pamyatnye-monety-k-100-letiyu-obrazovaniya-bashkirii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть