Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөнән 13 йәшлек ҡыҙҙар аҙғын полицейскийҙың ҡорбаны булған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

16 йәше тулмаған ҡыҙҙар менән аҙғынлыҡ ҡылыу, көсләү һәм өс енси мөнәсәбәткә инеү эпизоды. Сыуашстан Республикаһынан 28 йәшлек полицейский Рәсәй Енәйәт кодексының ошо өс статьяһы буйынса ғәйепләнә.

Яңыраҡ инспектор-кинологты Рәсәй Эске эштәр министрлығының Сахалин өлкәһе Макаров ҡала округы  буйынса бүлегендәге эшенән бушатҡандар. Тәфтишселәр фекеренсә, 2016 йылдың октябренән 2017 йылдың ноябренә тиклем ул Өфө һәм Макаров ҡалаларында йәшәгән 13-15 йәшлек алты ҡыҙ менән яҙышып, үҙенең енси теләктәрен ҡәнәғәтләндерергә маташҡан.

«2016 йылдың ғинуарында 14 йәшлек ҡыҙға яҡынлыҡ ҡылырға тәҡдим иткән. Кире яуап алғас, уны көсләгән. 2017 йылда ғәйепләнеүсе 13 һәм 14 йәшлек ҡыҙҙарҙың ризалығы менән енси мөнәсәбәткә ингән», — тип аныҡлыҡ индерҙеләр Рәсәй Тәфтиш комитетының Сахалин өлкәһе буйынса тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.

Тәфтишселәр барлыҡ дәлилдәрҙе йыйған һәм материалдарҙы судҡа ебәргән. Тиҙҙән экс-полицейскийға хөкөм ҡарары сығарылырға тейеш.

http://www.bashinform.ru/news/1198771-na-sakhaline-politseyskogo-obvinyayut-v-razvrashchenii-13-letnikh-devochek-iz-ufy/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть