Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.47 ↓

EUR 77.75 ↑

21 сентябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда торлаҡтың бер квадрат метрының уртаса баҙар хаҡын раҫланылар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Башҡортостанда 2018 йылдың өсөнсө кварталына ҡала биләмәләрендә, округтарҙа һәм райондарҙағы торлаҡтың бер квадрат метрының уртаса баҙар хаҡын раҫланылар.

Был мәғлүмәттәр республикала даими йәшәгән һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандар өсөн федераль һәм республика бюджеттарынан бүленгән субсидияны иҫәпләү өсөн файҙаланыла.

Рәсми хоҡуҡ мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған мәғлүмәткә ярашлы, иң ҡиммәт торлаҡ Өфөлә: бер квадрат метры 41 255 һум. Икенсе урында — Стәрлетамаҡ (37 828 һум), өсөнсөлә — Октябрьский (36 821). Иң арзан торлаҡ Ағиҙелдә: унда бер квадрат метр 28 436 һум тора.

Райондар араһында Өфө алда бара — квадрат метр өсөн 36 936 һум, икенсе урында Стәрлетамаҡ районы  (35 755), өсөнсөлә Шишмә (33 977). Бер квадрат метрҙың иң түбән хаҡы Күгәрсен районында — 28 мең һум.

http://www.bashinform.ru/news/1198745-v-bashkirii-utverdili-srednyuyu-rynochnuyu-stoimost-kvadratnogo-metra-zhilya/    

Теги: торлаҡ
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть