Республикала ипотека заемсылары 15 йылға уртаса 1,65 миллион һум ала

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.
Тәүге ярты йыллыҡта Башҡортостан халҡына 24,2 мең ипотека займы бирелгән. Был — 39 миллиард 934 миллион һум, уҙған йылдың ғинуар-июненә ҡарағанда 1,8 тапҡырға күберәк. Шулай итеп, республикала ипотека кредитының уртаса күләме 1,65 миллион һум тәшкил итә, тиелә Рәсәй Федерацияһының Үҙәк банкы сайтында.
Ипотека буйынса уртаса процент ставкаһы йылына 9,62% булған. Займдар уртаса 15 йылға бирелгән.


