Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

19 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың иң яҡшы кондитеры билдәләнде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

«Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының һайлап алыу турында «Иң яҡшы кондитер» номинацияһында Өфө индустрия һәм колледж сервисынан Елена Кремнева еңеү яуланы. Конкурс Балалар һәм диетик туҡланыу үҙәгендә уҙҙы. Октябрҙә ул Тамбовта бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша, тип хәбәр итә республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты.

Төбәк этабында еңгән өсөн Елена Кремнева Башҡортостан Хөкүмәте дипломын һәм 50 мең һумлыҡ аҡсалата бүләк алды.

Икенсе урында — Өфөнән Гүзәл Кашапова, өсөнсөлә Стәрлетамаҡтан Ольга Деева. Уларға ла дипломдар һәм 30, 15 мең һумлыҡ премиялар тапшырылды.

Елена Кремневаның ярышташтары Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Белорет кондитерҙары ине. Беренсе этапта улар тест үтте, һуңынан нәзәкәтле кондитер ризыҡтары әҙерләне. Барыһы ла: гигиена, эш урынын ойоштороу, аҙыҡ-түлекте рациональ файҙаланыу, инновациялар ҡулланыу, ризыҡтың ҡатмарлылығы һәм биҙәлеше, тәме иҫәпкә алынды.

http://www.bashinform.ru/news/1198622-nazvan-luchshiy-konditer-bashkirii/          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть