Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

19 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала өс йәшкәсә балалар өсөн баҡсалар төҙөүгә 1,3 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Мәктәпкәсә белем биреү капиталь төҙөлөш объекттарын берлектә финанслауға, атап әйткәндә, өс йәшкәсә балалар өсөн өҫтәмә урындар булдырыуға 2018 йылда федераль бюджеттан Башҡортостан бюджетына 666,9 миллион һум һәм 2019 йылда 694,6 миллион һум күләмендә икенсе бюджет-ара трансферт йүнәлтелә. Тейешле бойороҡ Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Аҡсаны файҙаланыусылар итеп Башҡортостандың Мәғариф министрлығы һәм Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты тәғәйенләнгән.

Республиканың адреслы инвестиця программаһына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, 2018-2019 йылдарҙа Башҡортостанда балалар баҡсаларында 900-гә яҡын урын булдырыла.

Бынан алда Башҡортсотан Башлығы Рөстәм Хәмитов билдәләгәнсә, республиканың 100 йыллығына әҙерлек барышында 49 мәғариф объекты төҙөлә һәм реконструкциялана. 2018 йылда уҡ алты мәктәпте һәм ике балалар баҡсаһын сафҡа индереү күҙаллана

Бынан тыш, Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, быйыл мәктәп һәм балалар баҡсаларының матди-техник базаһын нығытыу  — мәктәптәрҙе яңы уҡыу йылына әҙерләү өсөн — республика ҡаҙнаһынан өҫтәмә рәүештә 1 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.

http://www.bashinform.ru/news/1198509-v-bashkirii-bolee-1-3-mlrd-napravyat-na-stroitelstvo-detskikh-sadov-dlya-detey-do-trekh-let/                          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть