Башҡортостанда 16 йәшлек ҡыҙ бесән кәбәненән ҡолап төшкәндән һуң вафат булған

Башҡортостанда 16 йәшлек ҡыҙ бесән кәбәненән ҡолап төшкәндән һуң вафат булған Фото: социаль селтәрҙәр
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.
Башҡортостандың Бүздәк районында 16 йәшлек ҡыҙ менән бәхетһеҙ осраҡ булған. 29 июлдә ҡыҙ туғандарына баҫыуҙағы бесәнде йыйырға ярҙам иткән.
Тәфтишселәрҙең яҡынса фаразы буйынса, ул бесән кәбәненән автомобиль өҫтөнә ҡолап төшкән һәм йәрәхәтләнгән. Үҫмерҙе республика балалар клиник дауаханаһына оҙатҡандар. Медицина ярҙамы күрһәтеүгә ҡарамаҫтан, ҡыҙ 16 көндән һуң дауаханала вафат булған.
«Әлеге осраҡ буйынса тәфтиш алды тикшереү уҙғарыла. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана», — тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

