Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.99

EUR 74.90

18 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала йәшәүселәрҙең сит ил банктарында меңдән ашыу иҫәбе бар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең си ил банктарында – 1056, юридик берәмектәрҙең 65 иҫәбе бар. Был хаҡта Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр иттеләр. Һалым хеҙмәте резиденттарҙың иҫәбендәге аҡсаның хәрәкәте тураһында отчеттарға идара итә һәм уларҙы күрһәтмәгән өсөн штраф һала.

Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, тәүге ярты йыллыҡта 67 гражданға — 63,5 мең һумлыҡ, 30 ойошмаға 128 мең һумлыҡ штраф һалынған.

Ҡануниәткә ярашлы, Рәсәй граждандары сит ил иҫәбен асыу-ябыу һәм улар буйынса аҡса хәрәкәте тураһында һалым хеҙмәтенә хәбәр итергә тейеш. Рәсәйҙәр сит ил банктарында депозиттар буйынса килемдәрҙән 13% һалым түләргә бурыслы.

Дөйөм алғанда, физик берәмектәрҙең 25 проценты, юридик берәмектәрҙең яртыһы тиерлек отчет бирмәгән, тип йомғаҡ яһанылар идаралыҡта.

http://www.bashinform.ru/news/1198457-zhiteli-bashkirii-imeyut-bolee-tysyachi-schetov-v-inostrannykh-bankakh/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть