Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда 8990 кешегә талпан ҡаҙалған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда 8990 кеше талпандан зыян күргән. Роспотребнадзорҙың республика идаралығы 16 авгусҡа мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Белгестәр әйтеүенсә, уҙған йылда ошо ваҡытҡа талпандан зыян күргәндәр һаны 10 меңдән ашыу булған.

Санитар табиптар халыҡ араһында иҫкәртеү саралары хаҡында аңлатыу эштәре алып бара. Төп сара — кешеләрҙе индивидуаль һаҡлау, ул кейемде дөрөҫ һайлауҙы, кейем-һалымды эшкәртеү өсөн акарицидлы саралар һәм тирене эшкәртеү өсөн репелленттар ҡулланыуҙы үҙ эсенә ала.

Күҙәтеү ведомствоһында билдәләүҙәренсә, хәл контролдә тотола.

http://www.bashinform.ru/news/1198474-v-bashkirii-zhertvami-kleshchey-stali-8990-zhiteley/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть