Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.61 ↓

EUR 75.53 ↑

16 ноябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостандың 100 йыллығы дөйөм байрамыбыҙ булырға тейеш – Рөстәм Хәмитов

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2018 йыл, 17 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы – Рәсәй федерализмы тарихында әһәмиәтле дата, ул төбәктә йәшәүселәрҙең барыһы өсөн дә дөйөм байрам булырға тейеш. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов юбилейға әҙерлек һәм уны байрам итеү буйынса республика ойоштороу комитеты ултырышында ошо турала белдерҙе.

– Республикабыҙ өсөн бар яҡлап та мөһим юбилей йылы яҡынлаша. Байтаҡ әһәмиәтле күләмле саралар планлаштырылған. Йыл ярым-ике йыл элек башлаған ҙур эшебеҙҙе тамамлауҙың яуаплы этабы башлана, – тип билдәләне төбәк етәксеһе.

2019 йыл ваҡиғаларға бай була, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика башлығы. Башҡортостан халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 100 йыллығын, Башҡорт драма театрының, республика архив хеҙмәтенең 100 йыллығын билдәләй. Өфөлә Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары уҙғарыла. 2020 йылғы Бөтә донъя фольклориадаһына һәм 2021 йылғы «Апимондия» умартасылыҡ конгресына әҙерлек дауам итә.

– Әммә 2019 йылдың мөһим ваҡиғаһы – республиканың юбилейы. Ул Башҡортостандан ситтә лә Рәсәй федерализмы тарихында әһәмиәтле дата булараҡ билдәләнгән дөйөм байрамыбыҙ булырға тейеш, – тине Рөстәм Хәмитов. – Юбилей ҡеүәтле идеологик йүнәлешле, һәм уны тулыһынса файҙаланырға кәрәк, байрамды художество үҙешмәкәрлек концерттарына ҡайтарып ҡалдырырға ярамай, әммә был да эштең мөһим өлөшө. Граждандарҙы юбилейҙың идеологик, тарихи киңлегенә йәлеп итергә кәрәк. Ғалимдар, интеллигенция, йәмәғәтселек тарихыбыҙҙы объектив яҡтыртыу һәм йәштәрҙе тәрбиәләү өсөн мөһим әһәмиәткә эйә булған мәсьәләләрҙе тикшереүҙә әүҙем ҡатнашырға тейеш. Республиканың уҙған быуаттағы ҡаҙаныштарына иғтибарҙы йүнәлтеү зарур, был – күп милләтле төбәгебеҙҙә йәшәүселәрҙең ныҡышмалы хеҙмәт һөҙөмтәһе ул.

Төбәк етәксеһе республика ойошторолоуға 100 йыл тулыуҙың рәсми датаһы 2019 йылдың 23 марты булыуын иҫкә төшөрҙө. Шунан сығып, төп тантаналы сараларҙы уҙғарыуҙы планлаштырырға кәрәк.

– Юбилей йылы бай булырға, бөтә йүнәлештәрҙе – республикабыҙҙа, Мәскәүҙә, башҡа төбәктәрҙә презентацияларҙы, күргәҙмәләрҙе, ғилми-ғәмәли конференцияларҙы үҙ эсенә алырға тейеш. Тәҡдимдәр күп, сараларҙың лайыҡлы кимәленә, йөкмәткеһенә иғтибарлыраҡ булырға кәрәк, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Был мәсьәләләрҙә артыҡ тырышырға ярамағанлығы аңлашыла. Юбилей тантаналарын, сараларын уҙғарыу, шул иҫәптән финанслау йәһәтенән айыҡ аҡыл булырға тейеш. Барыһы ла лайыҡлы булырға тейеш. Республика, элеккесә әйткәнсә, Рәсәй Федерацияһы автономиялары араһында тәүгеләрҙән булып үҙенең 100 йыллығын билдәләй. Был яуаплылыҡты көсәйтә.

http://www.bashinform.ru/news/1198394-100-letie-bashkortostana-dolzhno-stat-nashim-obshchim-prazdnikom-rustem-khamitov/                      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть